Независимый общественный мониторинг

Сообщение наблюдателя — УИК №1022, Республика Башкортостан

Информационное сообщениеРегион: Республика Башкортостан · Участок: №1022
Адрес участка: Респ Башкортостан, Баймакский р-н, с Верхнетавлыкаево, ул З.Валиди, зд 19
Сообщение наблюдателя — УИК №1022, Республика Башкортостан
Буранбай әртистәре- Таулыҡай сәхнәһендә! Бөгөн, йәғни һайлауҙың икенсе көнө Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йорто байрам төҫө алды. Кемдер һайлауға килһә, кемдер - рухи аҙыҡ алырға. Сөнки ауылдаштарға күңелле ял сәғәтттәре бүләк итергә тип, Буранбай ауылының һәүәҫкәр әртистәре килде. Күңелле моңло йырҙар. Дәртле бейеүҙәр. Буранбай ауылы мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән гүзәл заттарҙың " Илһам" һәм "Азамат" ир - егеттәр вокаль ансамбле таулыҡайҙарға бик матур концерт программаһы бүләк итте. Элек - электән дәртле шул улар! Һәр береһе йырсы ла, һәр береһе бейеүсе! Әммә уларҙың тәбиғәттән бирелгән ошо һәләттәрен асыуҙа, сәхнәгә сығарыуҙа Фәттәх һәм Зарифа Аралбаевтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Һәр сығыш зал тултырып килгән тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде. Афарин, буранбайҙар! Таулыҡай халҡы һеҙҙең бик шәп әҙерләнгән концертығыҙҙан, ысынлап та, дәрт, рух алып таралышты. Һәр саҡ әлегеләй дәртле булып ҡалығыҙ! #Выборы2024 #Башкортостан #БаймакскийРайон #УИК1022 #Башвыбор2024 #ВыбираемПрезидента

Другие сообщения — Республика Башкортостан