Независимый общественный мониторинг

Сообщение — УИК №1024, Республика Башкортостан

Информационное сообщениеРегион: Республика Башкортостан · Участок: №1024
Адрес участка: 453678, Республика Башкортостан, Баймакский район, Тавлыкаевский сельсовет, деревня Буранбаево, улица Сакмар, 9
Сообщение — УИК №1024, Республика Башкортостан
Бөгөн һайлау участкаһы асылыу менән тәүгеләр рәтендә ауылыбыҙҙың тырыш, уңған ир- уҙамандары Рауил Раев, Ильгиз Ишбулатова, Илдус Хуснуллович,Әхәт Алтынбаев та килеп еттеләр!!! Әхәт ағай Алтынбаев бөгөн ауыл көтөүен көтөү кеүек яуаплы һәм тығыҙ эштә эшләүенә ҡарамаҫтан, иртәнге сәғәттәрҙә үк һайлау участкаһына ашыҡты. Үҙенең гражданлыҡ бурысын оло яуаплылыҡ менән үтәп,"Рәхмәт" акцияһының купонын алып,тыуған еребеҙҙең киләсәге өсөн үҙ тауышын бирҙе лә, шунда уҡ тыныс күңел менән үҙенең көндәлек хеҙмәтенә юл тотто. Эш мәшәҡәттәренә һылтанмай, ил яҙмышына һәм ауылыбыҙ үҫешенә битараф ҡалмаған ошондай ихлас, яуаплы ауылдаштарыбыҙ — барыбыҙ өсөн дә ҙур үрнәк! Әхәт ағайға ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Другие сообщения — Республика Башкортостан