Независимый общественный мониторинг

Сообщение — УИК №1024, Республика Башкортостан

Информационное сообщениеРегион: Республика Башкортостан · Участок: №1024
Адрес участка: 453678, Республика Башкортостан, Баймакский район, Тавлыкаевский сельсовет, деревня Буранбаево, улица Сакмар, 9
Сообщение — УИК №1024, Республика Башкортостан
Һайлауҙа ауылыбыҙҙың күркәм, ҡотло һәм күп балалы ғаиләләренең береһе — Науширбановтар ғаиләһе ҙур берҙәмлек күрһәтте! Улар һайлау участкаһына ябай ғына түгел, ә үҙҙәренең ҡото, бәрәкәте һәм тормош биҙәге булған яратҡан ейәнен етәкләп килгәндәр. Балаларҙы бәләкәйҙән ошондай мөһим дәүләт сараларына алып йөрөтөү — оло тәрбиә билдәһе. Шулай итеп, йәш быуын ололарҙың үрнәгендә гражданлыҡ яуаплылығын күреп, тыуған еренә, иленә һөйөү менән үҫә. Науширбановтарҙың ошондай өлгөлө берҙәмлегенә, милли тәрбиәһенә бары тик «АФАРИН!» тип һоҡланырға ғына ҡала. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, сәләмәтлек , бергәләп оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ! Йортоғоҙҙоң ҡото һис ҡасан һүнмәһен!

Другие сообщения — Республика Башкортостан