Независимый общественный мониторинг

Сообщение — УИК №1024, Республика Башкортостан

Информационное сообщениеРегион: Республика Башкортостан · Участок: №1024
Адрес участка: 453678, Республика Башкортостан, Баймакский район, Тавлыкаевский сельсовет, деревня Буранбаево, улица Сакмар, 9
Сообщение — УИК №1024, Республика Башкортостан
Буранбай ауылының 1024-се һайлау участкаһында ысын халыҡ байрамы гөрләне! Ауылыбыҙҙың ҡото, йәме булған хөрмәтле ағинәйҙәребеҙ «Гәүһәркәй» фольклор ансамбле ағзалары һайлауға иҫ киткес күркәм милли кейемдәрҙә ап-аҡ күлдәктәр кейеп, сағыу француз яулыҡтарын ябынып килделәр! Һайлау комиссияһы алдына аяҡ баҫыу менән: «Бына һайлауҙар башланды Һайлауҙарға барайыҡ»-тип дәртле таҡмаҡтарын һуҙып, участкаға йәм, моң һәм ҡабатланмаҫ күтәренке кәйеф өҫтәнеләр! Ағинәйҙәребеҙҙең ошо ихласлығы, йәшлек дәрте, тыуған төйәгебеҙгә булған оло мөхәббәте һәр кемде һоҡландырҙы һәм күңелдәрҙе күтәрҙе. Тауыш биреү бүлмәһе бер миҙгелгә милли сәхнәгә әйләнде тиерһең! Хөрмәтле ағинәйҙәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер, һүнмәҫ дәрт теләйбеҙ! Халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап, ошондай рухлы булып йәшәгәнегеҙ өсөн мең РӘХМӘТ!

Другие сообщения — Республика Башкортостан