Независимый общественный мониторинг

Сообщение — УИК №1024, Республика Башкортостан

Информационное сообщениеРегион: Республика Башкортостан · Участок: №1024
Адрес участка: 453678, Республика Башкортостан, Баймакский район, Тавлыкаевский сельсовет, деревня Буранбаево, улица Сакмар, 9
Сообщение — УИК №1024, Республика Башкортостан
Тауыш бирергә килгән һайлаусылар өсөн уҡыусылар һәм ауылыбыҙҙың уңған өлкәндәре көсө менән бай йөкмәткеле «Көҙгө йәрминкә» ойошторолдо. Йәрминкә табындары муллыҡтан һығылып торҙо.Ҡул йылыһы һеңгән ҡайнар бәлештәр,Рәзилә Хамитованың телде йоторлоҡ тәмле пирогтары,пирожкиҙар,Кәримә һәм Фәрит Аралбаевтарҙың саф башҡорт балы,һөт продукцияһы,Резида Утябаеваның тәмле салаттары,ҡайнатмалары, Гүзәл Раеваның сәскә үҫентеләре, Гөлсирә Ҡотоеваның яңы ғына бешкән өй икмәге,Әлфирә Туйсинаның иҫ киткес тәмле сәксәге йәрминкәнең биҙәге булды.Балалар ҙа һатыу итеүҙә оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Һайлауға килгән һәр ауылдашыбыҙ үҙ тауышын биреп кенә ҡалмай, өйөнә ҡышҡылыҡҡа тәмле ризыҡтар, күтәренке кәйеф һәм яҡты тәьҫораттар алып таралды. Өҫтәлдәрегеҙ һәр саҡ шулай мул, донъяларығыҙ имен булһын!

Другие сообщения — Республика Башкортостан