Независимый общественный мониторинг

Сообщение — УИК №1669, Республика Башкортостан

Информационное сообщениеРегион: Республика Башкортостан · Участок: №1669
Адрес участка: 453050, Республика Башкортостан, Гафурийский район, Красноусольский сельсовет, село Красноусольский, улица Коммунистическая, 45
Сообщение — УИК №1669, Республика Башкортостан
Красноусол ауылындағы 1669 — сы һайлау участкаһында Желтовтар ғаиләһе тауыш бирҙе. Кристина Юрьевна Желтова- 3-сө урта мәктәп уҡытыусыһы. "Мин көн һайын үҙем балаларға белем биргән мәктәпкә тауыш бирергә килдем.Ул минең икенсе йортом кеүек. Бөгөн дә бик тулҡынланып килдем. Уҡыусыларыбыҙҙың,балаларыбыҙҙың лайыҡлы киләсәге булыуын теләйем, һәм минең тауышым — быға өлөш индереү»,- ти ул. Был көн уның ҡыҙы Виолетта Андреевна өсөн дә айырыуса үҙенсәлекле, иҫтәлекле - беренсе тапҡыр тауыш бирә. "Мин был мәктәптә үҫтем, бында минең уҡытыусыларым эшләй, һәм хәҙер мин үҙем беренсе тапҡыр һайлауға килдем. Әсәйем-минең өсөн өлгө: ул һәр ваҡыт тауыш биреүгә яуаплы ҡарай һәм мин бөтә ғаиләбеҙ менән килеүебеҙгә шатмын», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Виолетта Андреевна. Кристина Юрьевна һүҙҙәренсә, уларҙың ғаиләһе һәр ваҡыт һайлауҙа даими ҡатнаша.«Беҙ һәр ваҡыт бергә тауыш бирәбеҙ. Был районыбыҙҙы, республикабыҙҙы һәм илебеҙҙе нисек күрергә теләүебеҙ тураһында үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә мөмкинлек бирә", - ти Кристина Юрьевна менэн Андрей Александрович. Был көндө МХО яугиры ҡыҙы Диана Мырҙабаева менэн Регина Маннанова ла беренсе тапҡыр тауыш бирҙе. Комиссия рәйесе Ольга Берлина уларға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Другие сообщения — Республика Башкортостан