Сообщение — УИК №1669, Республика Башкортостан

Һайлауҙың икенсе көнө лә тамамланды. Һайлау участкаһынан бөгөн дә халыҡ өҙөлмәне. Беренсе көндө нигеҙҙә хеҙмәт коллективтары дәррәү генә килеп тауыш биргәйне. Бөгөн инде күпселек ғаиләләре, балалары менән килделәр. Мәҫәлән, һаулыҡ һағы ветераны Земфира Салауатова өс ҡыҙы менән бергә килде. Шулай һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнашыусы йәштәр ҙә байтаҡ булды.
Көндөң икенсе яртыһында инде комиссия ағзалары менән бергәләп төрлө сәбәптәр менән һайлау участкаһына килә алмаусыларҙы йорттарына барып һайлаттыҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ололар тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙы оло яуаплылыҡ тип аңлап, комиссия ағзаларын көтөп торалар.
-Ҡасан килерҙәр икән тип иртәнән бирле көттөм инде һеҙҙе. Иртәгә килергә булғандарҙыр тип, баҡсаға, ҡурай еләге йыйырға сыҡҡайным . Бына тәмләп ҡарағыҙ, ниндәй эре, матур булып бешеп ултыралар, - тип ҡаршы алды беҙҙе 87 йәшлек Нина Васильевна Ефремова. Ҡалған йорттарҙа ла шулай ихлас ҡаршы алдылар беҙҙе.
Дөйөм алғанда мин күҙәтеүсе булған участкала икенсе көн аҙағына бөтә һайлаусыларҙың 45 проценты самаһы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп, тауыш биргәйне инде.
Другие сообщения — Республика Башкортостан
- Участок завершил работу в штатном режиме. Нарушений не зафиксировано. В течение дня отмечен стабильный поток иУИК №2145, Республика Башкортостан
- Второй день голосования на УИК № 561 успешно завершен! На нашем участке царит по-настоящему рабочая и доброжелУИК №561, Республика Башкортостан
- 2279 УИК завершил свою работу, выборы прошли в стандартном режиме, нарушений не выявлено.УИК №2279, Республика Башкортостан
- Һайлауға байрам әле,үҙ тауышымды бирәм әле,-шундай әңгамә ҡороусыларҙы йыш остаттым мин Дәүләт Думаһына һайлауУИК №1738, Республика Башкортостан
- Экватор пройден!!! УИК 1746 завершил второй раунд марафона. 🏁 Второй день голосования позади. Это было мощно,УИК №1746, Республика Башкортостан
- Второй день голосования на участке №60 в Уфе подошёл к концу. Ровно в 20:00 закрыли двери. День выдался насыщеУИК №60, Республика Башкортостан
- День 2 выборов завершён. Явка активная, голосовали жители разных возрастных групп. Глава администрации СалаватУИК №3438, Республика Башкортостан
- Сегодня дан старт первому дню голосования. Избирательные участки открыли свои двери для граждан. На участке орУИК №1321, Республика Башкортостан
- Второй день голосования завершён. Всё прошло спокойно и организованно: комиссия работала чётко, нарушений не вУИК №630, Республика Башкортостан
- В течение рабочего дня люди активно приходили и голосовали. Многие приходили целыми семьями и делали свой выбоУИК №1321, Республика Башкортостан
- Второй день голосования: спокойно, честно и всей семьей! 🗳️ Сегодня на избирательных участках продолжается втУИК №1321, Республика Башкортостан
- Второй день голосования на избирательном участке № 885 завершился в строгом соответствии с установленной законУИК №885, Республика Башкортостан
